Фото: roobaimak.ucoz.ru
26 апрель көнө Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн "Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ сифатлы уҡытыуға өлгәшеү юлдары" темаһына семинар үткәрелде. Мәктәп директоры етәкселегендә 5-се мәктәп менән танышып сыҡҡандан һуң, тел уҡытыусылары тамаша залына йыйылды. Коллегалары алдында үҙ тәжрибәләре менән урындағы мәктәп уҡытыусыһы Юламанова З.З., 4-се лицей уҡытыусыһы Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.Ә. сығыш яһаны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методисы Сирбаева А.Ә. 2022-2023 уҡыу йылында көтөлгән яңы быуын федераль стандарттар тураһында һөйләне. Семинар ҡотлауҙар һәм кадет класының сағыу сығышы менән тамамланды.
фото
Источник: Отдел образования
26.04.2022 22:42
