Бөгөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды

Бөгөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды
Фото: roobaimak.ucoz.ru

  Бөгөн  «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды. Бәйге быйыл 26-сы тапҡыр ойошторола. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был конкурс   иҫ киткес бай тарихлы.

    Быйылғы бәйгелә барлығы 53 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың алтыһы күрше – Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән. 

  Конкурс өс турҙан тора. Онлайн һәм офлайн форматта улар “Методик оҫтахана”,”Дәрес”,”Милли кейемде презентациялау”,”Оҫталыҡ класы”,”Ата-әсәләр менән әңгәмә”,”Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән прес-конференция” кеүек конкурс һынауҙары үтә.

    Беҙҙең райондың намыҫын Түбә урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исхакова Дилә Әҙеһәм ҡыҙы яҡлай. Ул бөгөн үҙенең методик оҫтаханаһы менән таныштырҙы. Дилә Әҙеһәм ҡыҙына уңыштар, сәм, илһам, дәрт  теләйбеҙ! 

Ещё новости о событии:

Бөгөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды - Отдел образования
  Бөгөн  «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды.
18:52 04.03.2021 Отдел образования - Баймак
Бөгөн,4 март көнө, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт ала.Конкурс быйыл 26-сы тапҡыр ойошторола һәм еңеүсе исеменә 53 уҡытыусы дәғүә итә.
10:02 04.03.2021 Отдел образования - Учалы