Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам
Фото: roobaimak.ucoz.ru

    Баймаҡтар өсөн быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансығы Баймаҡ ҡалаһы  4-се лицейында  ойошторолдо. 2014 йылдан башлап ойошторолған һәм донъя кимәленә күтәрелгән халыҡ-ара белем биреү акцияһына барыһы ла дәррәү ҡушылды. Башҡорт телен популярлаштырыу, модалы итеү, телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырыу – акцияның төп маҡсаты.

      “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!” девизы аҫтында туған телебеҙҙе хөрмәтләп үткәрелгән сарала баш ҡалабыҙҙан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер- министр урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев ҡатнашты. Йолаға әүерелгән был акцияға лицей коллективы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, өҫтәлмә белем биреү учреждение педагогтары, телгә битараф булмаған рухлы райондаштарыбыҙ йыйылды. Уларҙы бер маҡсат – башҡорт теленә булған һөйөү берләштерҙе.

  Диктантты Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф бүлеге етәксеһе Зәйнуллин Илдус Әдиф улы һәм лицейҙың   башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары яҙҙырҙы.

      Берҙәм булайыҡ булайыҡ! Башҡорт телендә дөрөҫ яҙайыҡ һәм һөйләшәйек!

Ещё новости о событии:

24 апреля преподаватели, студенты и сотрудники Нефтекамского филиала БашГУ приняли участие в Международной образовательной акции «Международный диктант по башкирскому языку-2021».
13:02 25.04.2021 Нефтекамский филиал БашГУ - Нефтекамск
Сегодня сотрудники Администрации района написали международный диктант по башкирскому языку.
22:30 24.04.2021 Администрация городского округа Уфа - Уфа
   Баймаҡтар өсөн быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансығы Баймаҡ ҡалаһы  4-се лицейында  ойошторолдо.
20:04 24.04.2021 Отдел образования - Баймак
Республика мәсеттәре Башҡорт телендә халыҡ-ара диктанты акцияһына ҡушылды.
15:40 24.04.2021 ДУМ РБ - Уфа
Быйыл да  хәйбуллалар  “БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ” акцияһында  әүҙем ҡатнашты.
14:12 24.04.2021 Хайбуллинский район - Акъяр
Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам - Отдел образования
   Баймаҡтар өсөн быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансығы Баймаҡ ҡалаһы  4-се лицейында  ойошторолдо.
13:07 24.04.2021 Отдел образования - Баймак
 
По теме