Баймаҡ полилингваль лицей-интернаты үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Баймаҡ полилингваль лицей-интернаты үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. "Интернатым – пар ҡанатым" исемле байрам сараһына бик күп ҡунаҡтар йыйылды. Улар араһында баш ҡаланан килгән хөрмәтле ҡунаҡтар, лицей-интернаттың үҫеп, нығыныуына тос өлөш индергән, төрлө йылдарҙағы етәкселәре һәм сығарылыш уҡыусылары булды. Барыһы ла үҙҙәренең йылы ҡотлау һүҙҙәре һәм яҡты хәтирәләре менән сараны биҙәне.

Ҡасандыр лицей-интернатты тамамлаған сығарлыш уҡыусылары өсөн был сара бер-береһе менән күрешеү өсөн матур сәбәп булды. Лицей – интернатта уҡыу йылдары - уларҙың һәр береһенең тормош юлында киләсәккә юл асҡан мөһим ваҡиға.

Сара барышында Баймаҡ полилингваль лицей-интернатының коллективы лайыҡлы наградалар менән бүләкләнде.

Баймаҡ полилингваль лицей-интернатының 70 йыллыҡ юбилейы ҡотло булһын! Коллективҡа һәм уҡыусыларға уңыштар һәм өр-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

Баймакский полилингвальный лицей‑интернат торжественно отметил свой 70‑летний юбилей!

Праздничное мероприятие под символичным названием "Интернатым – пар ҡанатым" стало по-настоящему душевным событием. В зале собрались те, кому особенно дорог лицей: почётные гости из столицы, руководители, а также выпускники разных лет — люди, чей труд и преданность делу стали важной частью истории учебного заведения.

Тёплые поздравления, искренние слова благодарности и светлые воспоминания наполнили атмосферу праздника особой теплотой.

 
По теме